Иҡтисади Башҡортостан - 17.03.22 Санкциялар, эҙемтәләре, яуап саралары һәм иҡтисади көрсөктән сығыу юлдары

“Бизнесҡа һәм халыҡҡа ярҙам саралары” исеме аҫтында закон ҡабул ителде. Ил Президенты Владимир Путин уның ҡайһы бер инструменттарын ҡуллана башлау хаҡында хәбәр итте һәм төбәктәрҙең финанс тотроҡлоғон тәьмин итеү сараларын барланы.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 17.03.22 Санкциялар, эҙемтәләре, яуап саралары һәм иҡтисади көрсөктән сығыу юлдары

Иҡтисади һуғыш осоронда йәшәйбеҙ. Рәсәй донъя тарихында әлегәсә булмаған иң ҡаты санкцион баҫым аҫтында ҡалды. Сикләүҙәр һаны буйынса беҙ Иран,Сүриә, КНДР-ҙы үтеп беренсе урынға сыҡтыҡ. Шул уҡ ваҡытта санкциялар исемлеге көндән-көн киңәйә генә. Америка һәм Евросоюз дәүләттәренән күргән был баҫымдың маҡсаты бер – Рәсәй иҡтисадын ҡолатыу.

Санкциялар Рәсәй өсөн ят күренеш түгел. Һуңғы йылдарҙа сикләүҙәр тураһында ишетеп кенә түгел, ә уның эҙемтәләрен үҙ иңебеҙҙә тойоп сынығып та бөттөк шикелле. Бәлки шуғалыр ҙа, ике аҙна эсендә күпселек тауарҙарҙың, техника, транспорт, күнкүреш кәрәк-яраҡтары, хатта аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың 10-20 процентҡа, ә ҡайһы осраҡта 2-3 тапҡырға артыуына шаһит булып та быны аңлап ҡабул итәбеҙ. Ә үҙ санкциялары арҡаһында бензин, солярка, газға хаҡ артыуын күргән Америка-Европа илдәрендә власть үҙ граждандарының ҡаты тәнҡитенә тап булды.
Иҡтисади санкциялар баҫымы эҙемтәһеҙ үтмәйәсәге көн кеүек асыҡ һәм әлбиттә, уның ниндәй булыры, иртәгәһе көндә нисек сағылыры хаҡында борсолабыҙ. Борсолабыҙ, сөнки магазин кәштәләрендәге хаҡтар көн дә алмашына, сит ил компаниялары Рәсәй баҙарынан китә, процент ставкалары юғары. Быларҙың барыһын да ҡулланыусыға үҙ кеҫәһенән түләргә тура киләсәген аңлайбыҙ.

Эре бизнесҡа, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа тиҙ ярҙам булмаған осраҡта ил яҡын арала эшһеҙлек мәсьәләһе менән күҙгә күҙ осрашыуы ихтимал. Граждандарға, бигерәк тә социаль яҡланмаған төркөмгә адреслы ярҙам булмаһа фәҡирлектең киҫкенләшеүе ихтимал. Иң мөһиме санкция шарттарында Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү зарур. Юғиһә күпмелер ваҡыт смартфон, автомобиль, мебельһыҙ йәшәй алырбыҙ, ә тамаҡты көн дә туйҙырып торорға кәрәк.
Алдағы ярты сәғәттә санкциялар, эҙемтәләре, яуап саралары һәм иҡтисади көрсөктән сығыу юлдары хаҡында һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы – Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.