Иҡтисади Башҡортостан - 07.04.22 Федераль һалым хеҙмәте декларация тултырырға өйрәтә

Һалым декларацияһын тапшырырға ваҡыт. Федераль һалым хеҙмәте белгестәре уны тултырырға үҙҙәре ярҙамлаша.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 07.04.22 Федераль һалым хеҙмәте декларация тултырырға өйрәтә

Федераль һалым хеҙмәте декларация тултырырға өйрәтә. Иртәгәнән башлап ошондай оҫталыҡ дәрестәре барлыҡ территориаль һалым органдарында ойошторола. Улар 8, 9 һәм 22, 23 апрель көндәрендә уҙасаҡ. Акцияның әле ойошторолоуы юҡҡа ғына түгел. Был көндәрҙә декларация компанияһының ҡыҙған мәле.

«Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Иҡтисади Башҡортостан» тапшырыуында 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымын ҡайтарыу үҙенсәлектәренә лә туҡталып китербеҙ.

Студиябыҙ ҡунағы — Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 30-сы һанлы инспекция етәксеһе Гөлсөм Мортазина.