Башҡортостанда декларация кампанияһы бара. Апрель аҙағына тиклем республика халҡы уҙған йылда алынған килемдәре тураһында отчет бирергә бурыслы. Шулай уҡ, һалым ташламаларына хоҡуғы булған граждандар ҙа 30-сы апрелгә тиклем льготалар тураһында белдерә ала. ала.
Студия эксперты — Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының 30-сы һанлы инспекция етәксеһе урынбаҫары Гөлсөм Ғилметдин ҡыҙы Мортазина.