Иҡтисади Башҡортостан - 08.09.2022 Беренсе сентябрҙән илдә Президент гранттарына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Президент гранты гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар өсөн бирелә, һәм был йәһәттән Башҡортостан йыл да тиерлек беренселәр баҫҡысында
  • Иҡтисади Башҡортостан - 08.09.2022 Беренсе сентябрҙән илдә Президент гранттарына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Дәүләттән аҡса алыр өсөн нимә эшләргә, ниндәй маҡсатта бирелә, кемгә, ни өсөн? Ошо ябай һорауҙарҙан башлап һеҙҙе һәм беҙҙе ҡыҙыҡһындырған башҡаларына ла яуап алырбыҙ бөгөнгө студиябыҙ ҡунағынан.

Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар өсөн бирелә Президент гранты һәм был йәһәттән Башҡортостан йыл да тиерлек беренселәр баҫҡысында. Мәҫәлән, былтыр Грант алыуға тапшырылған ғаризалар һаны буйынса республика Мәскәүҙән ҡалыша икенсе урында ине. Был да бит үҙенә күрә яҡшы күренеш. "Беҙ афарин, күберәк грант аҡсаларын алабыҙ" тип маҡтаныу йәһәтенән түгел әлбиттә. Гранттың кемгә һәм ни өсөн бирелгән эстәлегенә ҡарап анализлағандан әйтәм... Кеше бәләһенә битараф булмағандар, йәмғиәттәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген аңлап, аңлап ҡына түгел уны яҡшыртыр өсөн нимәлер эшләргә теләү маҡсатынан тыуа Гранҡа дәғүә итеүсе проекттар. Был бәлки менталитеттан да киләлер, сөнки беҙҙе һәр саҡ башҡаларға ярҙам итергә, көсһөҙҙө яҡларға, асты һыйларға, күңеле төшкәнде йыуатырға кәрәк тип тәрбиәләйҙәр. Беҙ ҙә шулай тәрбиәләйбеҙ...ғаиләлә генә түгел, дөйөм йәмғиәттә быны өҫтөн ҡуйырға тырышабыҙ.

Изге ниәтте тормошҡа ашырыуға Грант булыуы яҡшы. Уның ҡарауы был дәүләт ярҙамын алыр өсөн дә бит ниәтеңде аҡ ҡағыҙға баҫырға, ваҡ-төйәк нескәлектәрен аңларға лә кәрәк. Аҡса алған осраҡта лайыҡлы итеп, йәмғиәткә файҙаһын еткереп атҡарып сығырыу ҙа зарур. Был йәһәттән республикала ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың булыуы айырыуса ҡыуандыра. Республиканың Йәмәғәт Палатаһы заявкалар менән эш итә. Ойошманың Аппарат етәксеһе Шамил Вәлиев — студиябыҙ ҡунағы.