Иҡтисади Башҡортостан - 22.01.2026 Республика Президент Гранттарын йәлеп итеү буйынса илдә йәнә лә тәүгеләр рәтендә

Башҡортостан Президент Гранттарын йәлеп итеү буйынса илдә йәнә лә тәүгеләр рәтендә. Ни өсөн йәнә лә, сөнки республика бер нисә йыл рәттән унда ҡатнашыусылар һәм грант отоусылар һаны буйынса алдынғы баҫҡыстарҙа килә. 4 йыл рәттән Гранттар суммаһы буйынса беренселектә беҙ, 5 йыл эсендә 560 миллион һум тирәһе грант аҡсалары ҡайтарылған. Ә был социаль әһәмиәтле 295 проект тормошҡа ашырылған тигән һүҙ. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар быйыл Президент гранттары көонкурсының беренсе этабында ғына рекордлы 96,7 миллион һум аҡса отҡан.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 22.01.2026 Республика Президент Гранттарын йәлеп итеү буйынса илдә йәнә лә тәүгеләр рәтендә

Был суммалар артында нимә тора һуң? Әлбиттә, беренсе һәм төп маҡсатты билдәләүсе ярҙам һүҙе, аҡса менән түгел... Мохтаждарҙы яҡлау, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә шарттар тыуҙырыу, балаларға өҫтәмә үҫеш юлдарын асыу, тотош йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарыу юлы менән. Ә аҡсалар ошо маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бирелә. Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Республика Башлығы Грантына ла дәғүә итә ала. Ғөмүмән Башҡортостан был йәһәттән дә ил кимәлендә алдынғылар рәтендә, Президент гранты менән рәттән төбәк етәкселеге лә был тармаҡҡа байтаҡ аҡса бүлә. Дәүләттән аҡса алыр өсөн нимә эшләргә, ниндәй маҡсатта бирелә, кемгә, ни өсөн? Проект яҙыу, уны дөрөҫ итеп юллау һорауҙары хаҡында алдағы минуттарҙа тәфсирләп һөйләшербеҙ.

Студиябыҙ ҡунаҡтары — Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Айбулат Йәмилов һәм Башҡортостан Башлығы Гранттар фондының бүлек етәксеһе Айнур Зәйнетдинов.