Башҡортостан парламенты киләһе йылға бюджет проектын ҡабул итеү алдында, ул беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Төп финанс документ республиканың иҡтисадын ғына түгел, тәү сиратта социаль торошон, көнкүрешен билдәләй. Ул уҡытыусы, табиптарҙың һәм тағы әллә күпме бюджет учреждение, ойошма хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ла, төҙөкөләндереләсәк парк, ихата, подъездар ҙа, төҙөләсәк социаль объекттар, ғаиләләргә төрлө социаль ярҙам да, бизнесҡа ташлама һәм башҡалары. Тураһын әйтергә кәрәк, быйыл бюджет ябай булмаған шарттарҙа ҡабул ителә. Махсус хәрби операция, санкциялар баҫымы килем-сығымдарға үҙ мөһөрөн һала. 2023 йылға һәм планлы 3 йыллыҡҡа Башҡортостан бюджеты нисек формалаша?
Был хаҡта "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында 24-се ноябрҙә эфирға сыҡҡан "Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуында иҡтисад фәндәре кандидаты, беҙҙең даими экспертыбыҙ Гүзәлиә Ғәлимова менән һөйләшәбеҙ.