Киләһе йылға тәҡдим ителгән бюджетты күҙаллап Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Махсус хәрби операцияға сығымдар, санкцияларға бәйле эре предприятиелар килеменән алынған һалымдың кәмеүе, иҡтисадтағы дөйөм хәл ҡайһы бер хыялдарҙы аҙаҡҡараҡ кисектереп торорға мәжбүр итә. Шулай ҙа социаль йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәрлек мөмкинлектәр бар тип билдәләй Финанстар министрлығы. Алдағы ярты сәғәттә депутаттар ҡарамағына тәҡдим ителгән Башҡортостандың төп финанс документы, уның килем һәм сығымдарына бәйле үҙгәрештәр хаҡында һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы — Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Әлиә Бикмаева.







