15-се августа Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 3 ярым процентҡа арттырҙы. Был ҡарар Рәсәй һумының доллар һәм евроға ҡарата кәмеүе менән бәйле ине. Төп ставка менән бергә ипотека, авто һәм ҡулланыу кредиттары ла арта. Уның ҡарауы инфляция процесстарын кәметеү маҡсаты Үҙәк банк ҡарарына төп нигеҙ ине. Әммә әлегә һумдың ул тиклем нығыныуы күҙәтелмәй. Сәбәптәре, ставка артыуҙың эҙемтәләре, ҡулланыусы баҙарында сағылышы хаҡында алдағы ярты сәғәттә тәфсирләп һөйләшербеҙ.
Студия ҡунағы — беҙҙең даими эксперт, иҡтисад фәндәре кандидаты, инвестициялар буйынса белгес Азамат Барлыбаев.