Иҡтисади Башҡортостан. Йылға буйлап сәйәхәт

Мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә сәйәхәт итеү юлы асылды.
  • Иҡтисади Башҡортостан. Йылға буйлап сәйәхәт

Һалағыш миҙгеле башланды. Һәр икенсенең, һәр кемдең тиһәм дә хатта хата булмаҫ, эйе бит, йылға буйлап алыҫ-алыҫтарға ағып киткеһе килә. Эй рәхәт бит ул ағып китеп барыуҙары. Бындай рәхәтлекте хәҙер мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә тоя ала. Тап улар һәм МХО-ла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙ, уларҙың ғаиләләре өсөн "На равных" тип аталған махсус тур бар. Нисек эләгергә был турға, ниндәй арауыҡта, ҡайһы йылғалар буйлап ағыу планы бар?

Ошо турала Рәсәй туриндустрияһы берлегенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин һәм туристик ойошма етәксеһе Айгөл Рәхмәтуллина менән әңгәмәгә ҡорабыҙ.