Әлеге йөҙ йыллыҡта ла үҙенә шәп киләсәк юрала. Икенсенән, быға мәғлүмәти сәбәп, нигеҙ ҙә бар – Башҡортостан Хөкүмәте республикала һалағыш туризмын үҫтереү концепцияһын хупланы. 2035 йылға тиклем төбәктә һыу буйҙарында туристар өсөн инфраструктура булдырыу, маршруттар, һалағыш буйынса инструкторҙар әҙерләү кеүек маҡсаттар билдәләнгән. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан йылғаларына туристар ағымы һиҙелерлек артты. Әммә әлегә был тәңгәлдә тәтип тә, ҡағиҙәләр ҙә булдырылмаған. Ике кәмә һатып алдың да иғлан биреп туристар йыйҙың да ағым ыңғайына йөҙҙөң дә киттең.
Дәүләт кимәлендә һалағыш туризмын үҫтереү башланғысы беренсе сиратта тәртип булдырыу һәм хәүефһеҙлеккә ҡайтып ҡала. Икенсенән, туризмдың айырым бер йүнәлеше булараҡ үҫтереү өсөн мөмкинлек тә был. Ағиҙел, Ҡариҙел, Инйәр, Еҙем, Ыҡ, Әй, Һаҡмар, унан башҡа ла һалда ағыр йылғалар етерлек Башҡортостанда. Ә һеҙ сплавта булғанығыҙ бармы, тигән һорау менән тапшырыуҙы башлайыҡ һәм студиябыҙ ҡунаҡтары менән танышып үтәйек.
Рәсәй туриндустрия союзы республика бүлексәһ башҡарма директоры Айгөл Рәхмәтуллина һәм туризм тармағы белгесе Әлфинәр Ғиззәтуллина.







