Хәрби шарттарҙа сыныҡҡан, илһөйәрлек рухлы яугирҙәр киләсәктә дәүләт һәм гражданлыҡ хеҙмәтендә эшен дауам итә ала. Был йүнәлештә әйткәндәй, республика алдынғыларҙан һынала. Мәҫәлән, әлеге көндә МХО ветерандары иҫәбенән 34 кеше төрлө кимәлдәге советтарға һәм төбәк парламентына депутат итеп һайланған. Дәүләт хеҙмәтендә юғары вазифа биләп тә, үҙ теләге менән Махсус хәрби операцияға киткән яҡташыбыҙ Юлай Ильясов менән "Башҡортостан геройҙары" программаһы, дәүләт хеҙмәте һәм махсус хәрби операция яугирҙәре хаҡында һөйләшәбеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы — МХО ветераны, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.