Иҡтисади Башҡортостан - 23.10.2025 Махсус хәрби операцияға ярҙам

Махсус хәрби операцияға ярҙам.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 23.10.2025 Махсус хәрби операцияға ярҙам
Башҡортостан махсус хәрби операцияға ҡатнашлығы буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Быны сәйәси тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре лә раҫланы.
Ысынлап та, 2022-се йылда махсус операция иғлан ителгәс тә, Башҡортостан бөтә иғтибарын, көсөн ошо юҫыҡҡа йүнәлтте. Төбәк етәкселеге һәм әүҙем йәмәғәтселәр тарафынан ойошторолған гуманитар конвойҙар тәүгеләрҙән булып тап беҙҙең республиканан юлланды. Әле лә улар аҙна һайын төрлө райондарҙан ебәрелеп тора, үҙәкләштерелгән колонналар Өфөнән юлға сыға.
Мобилизацияланыусылар, үҙ ирке менән алғы һыҙыҡҡа юлланыусылар һәр ауылдан бар, улар үҙ еренең батырҙары бөгөн. Ҡыҙғанысҡа һуғыш юғалтыуҙарһыҙ үтмәй. Улдарын, ғаилә башлыҡтарын юғалтҡан ғаиләләр үҙ бәләһе менән яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел Шуға ла республикала яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам саралары булдырылған. Алдағы ярты сәғәттә был хаҡта ентекләп һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы – Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Рәсәй хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов.