Иҡтисади Башҡортостан - 12.11.2026 Халыҡ мөрәжәғәттәренә – власть яуаплылығы

Тапшырыу темаһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сираттағы тура бәйләнешенән сығып билдәләнек.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 12.11.2026 Халыҡ мөрәжәғәттәренә – власть яуаплылығы

Алтынсы тапҡыр ойошторолған һөйләшеү дүрт сәғәт ярым дауам итте. Барлығы ете меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Республика етәксеһе тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды, шулай уҡ киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.

Быйылғы тура линияның бер нисә үҙенсәлеген айырып әйтер инем. Беренсенән, халыҡ менән аралашыу мөмкинлектәре киңәйтелде. Республика райондары буйлап күсмә студиялар эшләне, видеомөрәжәғәттәр ҡабул ителде, ә муниципаль телеканалдар студияларында халыҡ үҙ һорауҙарын бирә алды. Мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеүҙә заманса технологиялар, шул иҫәптән яһалма интеллект нигеҙендәге тауышлы робот ҡулланылды. Был үҙгәрештәр тура линияның географияһын киңәйтеүгә һәм төрлө райондарҙа йәшәгән кешеләргә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе республика етәксеһенә еткереү мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Әммә сараның төп әһәмиәте уның форматы менән генә түгел, ә күтәрелгән проблемаларҙың йөкмәткеһе менән билдәләнә.
Быйылғы тура бәйләнештең көн тәртибендә хәүефһеҙлек мәсьәләһе айырым урын алды. Республикаға пилотһыҙ осоу аппараттары менән янаған хәүеф, сәнәғәт предприятиеларын һәм инфраструктура объекттарын һаҡлау, халыҡтың именлеген тәьмин итеү тураһында күп әйтелде. Шул уҡ ваҡытта, халыҡта көндәлек тормошҡа ҡағылған һорауҙар күп ине. Атап әйткәндә, юлдарҙы ремонтлау, күперҙәрҙе төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау, мәктәптәрҙең матди-техник базаһы, йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү һәм башҡалар.
Белорет районы Ғәбдүк ауылында яҙғы ташҡындар арҡаһында зыян күргән юлды нығытыу, Өфөлә Затон күперен реконструкциялау, Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшө, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау кеүек мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, тура линия барышында ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса оператив ҡарарҙар ҡабул ителде. Ә эфирҙа яңғырарға өлгөрмәгән мөрәжәғәттәр тейешле министрлыҡтар һәм ведомстволар тарафынан эшкәртеүгә алына.
Әлбиттә, тура бәйләнештең һөҙөмтәлелеген тик эфирҙа яңғыраған яуаптар менән генә баһалап булмай. Иң мөһиме — бирелгән вәғәҙәләрҙең үтәлеше, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыуы һәм халыҡтың үҙгәрештәрҙе ғәмәлдә тойоуы. Сөнки халыҡ менән диалог — ул һорауҙарға яуап биреү генә түгел, ә дәүләт власының яуаплылығын, асыҡлығын һәм йәмғиәт менән бәйләнешен нығытыу механизмы.

Шулай итеп, 11 ноябрҙә үткән тура линия Башҡортостандың бөгөнгө көн тәртибен, халыҡты борсоған проблемаларҙы һәм республика етәкселеге алдында торған бурыстарҙы асыҡ сағылдырҙы. Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙа беҙ ошо сараның сәйәси әһәмиәте, уның йәмғиәткә йоғонтоһо, халыҡ менән власть араһындағы ышаныс мәсьәләләре хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.

Студиябыҙ ҡунағы — сәйәсәт белгесе, тарих фәндәре кандидаты Илфат Сәмсетдинов.