Башҡортостанда һәм унан ситтә лә йәшәүселәрҙең күбеһе Фәрит Бикбулатовтың тәрән, лирик тауышын хәтерләй һәм ярата. Уның башҡорт телевидениеһын үҫтереүгә индергән өлөшө лә бик ҙур - Фәрит Хәйбулла улы ике тиҫтәнән ашыу йыл Башҡортостан телевидениеһында һәм радиола эшләй. Фәрит Бикбулатовты артист булараҡ ҡына түгел, ә һиҙгер күңелле кеше булараҡ та хәтерләйҙәр. Тапшырыуҙа танылған сәхнә оҫталары - Башҡортостандың халыҡ артистары Наилә Ғәләүетдинова һәм Фирҙәт Ғәлиев Фәрит Хәйбулла улы хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Эфирҙа артист башҡарыуындағы тотош дәүерҙең визит карточкаһына әйләнгән легендар композициялар яҙмаһы яңғыраны.







