17-се августа Йылайыр районында мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы Фәрит Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған фестиваль уҙасаҡ. Ул "Йылы ерем — Йылайырым, һағынып ҡайттым тағын" тип атала.
Студиябыҙ ҡунаҡтары — сараның проект авторҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары - һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашева һәм М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гөлсөм Бикбулатова.







