1-се июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.
«Өфө уттары» тапшырыуының ҡунағы — балалар өсөн күп йылдар ижад иткән, кескәйҙәргә тәғәйенләп сығарылған бихисап әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, йомаҡтар йыйынтыҡтары авторы, билдәле прозаик, шағирә, публицист, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев премияһы лауреаты Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова.
Әңгәмәлә авторҙың ижад юлы, эшлекле проекттарҙа ҡатнашыуы, һуңғы йылдарҙағы иң ҙур хеҙмәте — «Ҡатындар» — «Женщины» китаптар трилогияһы тураһында һүҙ алып барылды. Тапшырыуҙа шулай уҡ авторҙың йырҙары яңғыраны.