Әйтерһең дә, ғүмер – ул бер минут. Һәр минуты уның ҡәҙерле, ҡиммәтле, мәғәнәле булһын ине.
Гөлнур Яҡупованың тормошо, ижад юлы ошо һүҙҙәргә дәлил булып тора. Уның ғүмере һәм ижады уҡыусыларына сағыу йәйге сәскәләй, төнгө күктә йый-йым итеп янған йондоҙҙай. Яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡыусыларына ул "ҡанаттарым" тип өндәшә.Ҡанатланып һәм ең һыҙғанып эшләгән Гөлнур Яҡупова ғүмеренең бер минутын да бушҡа үткәрмәҫкә тырыша. 75 йәшлек юбилейын ул "Һайланма әҫәрҙәренең" 2-сы томы нәшер ителеүе менән ҡаршыланы. Шулай уҡ "Ҡатындар" трилогияһын өҫтәмә тираж менән баҫтырыуға иреште.
Ижадын яратыусылар менән туҡтауһыҙ бәйләнештә талантлы әҙибә. Башҡортостаныбыҙҙы данлаған, уның даны булған шәхес – республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүтләтшина исемендәге дәүләт премияһы, Жәлил Кейекбаев һәм Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, "Тәбиғәт йәне" исемле Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты Гөлнур Яҡупова менән беҙ "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы эфирында, 25-се июлдә осраштыҡ.