Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 25.07.2022 Башҡортостан Милли музейының яңы һулышы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 25.07.2022 Башҡортостан Милли музейының яңы һулышы

Башҡортостандың Милли музейының яңы һулышы тик Зөлфиә Ишмырҙина кеүек прогрессив ҡарашлы йәштәр килеүе менән генә бәйле түгел. Музей заман менән бергә атларға тырыша. Директор урынбаҫары Заһир Ҡотлосуриндың "үткер" фекерләүе һәм бөгөнгө көн талаптарына ярашлы музей коллективы менән алып барған эштәр быға асыҡ дәлил. Халыҡты музейға ылыҡтырыр өсөн ниндәй генә акциялар һәм яңылыҡтар индерелмәгән бында! Хатта килеүселәр араһында диңгез буйына ике кешегә путевка ла уйнатылған. Ә август башында яңы акция көтөлә — милли башҡорт костюмдары менән профессиональ фотосессия.

Беҙ музейҙың эшмәкәрлеге тураһында ғына әңгәмәләшмәнек. Зөлфиә Ишмырҙина беҙҙе ишетеп-ҡараусыларға шундай идея ла әйтеп ысҡындырҙы. Кинолағы һымаҡ, романтик һәм көтөлмәгән итеп — беренсе осрашыуға егет ҡыҙҙы киноға, кафеға йәки паркка түгел, ә Милли музейға саҡырһын. Ә ҡарарлыҡ, иғтибарҙы йәлеп итерлек экспозициялар күп бында! Яңы ғына эшләй башлаған "Рәсәйҙең тылсымлы биҙәктәре" тигәне тарихи һәм заманса оҫталарҙың ҡул менән теккән таҫтамалдар йыйылмаһы булһа, музейҙың ғорурлығы һаналған — легенда буйынса батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ҡылысы, Иван 3-сө дәүеренә ҡараған алтын һәм көмөш тәңкәләре...Былай булғас, Милли музейға халыҡ ағыласаҡ!