Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 10.08.2022 Күп ҡырлы әҙәби талант - Тәнзилә Дәүләтбирҙина

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 10.08.2022 Күп ҡырлы әҙәби талант - Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Башҡорт әҙәбиәтендә исеме билдәле булған автор Тәнзилә Дәүләтбирҙина уҡыусыға күбеһенсә шағирә булараҡ таныш. Әммә уның драматургия һәм проза жанрҙарында ла аҙымдары ышаныслы. Тәржемә эше менән етди шөғөлләнә.

Ете китап авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина - "Өфө уттары" тапшырыуының 10-сы август сығарылышында.