2024-се йыл Башҡортостандың күренекле шағирәһе Тәнзилә Дәүләтбирҙина өсөн айырыуса уңышлы килде.
Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары булараҡ, бихисап эштәр башҡарыу менән бер рәттән, башҡорт әҙибәһе 60 йәшлек ҙур юбилейын да ҡаршыланы һәм йылды сираттағы ижад емеше – "Уйлы заман" исемле өр-яңы китап сығыуы менән оҙата. Китапҡа һайланма шиғырҙар, поэма һәм хикәйәләр ингән.
"Өфө уттары" тапшырыуының 20-се декабрь сығарылышын беҙ билдәле шәхестең 2024-се йыл эшмәкәрлегенә һәм ижадына бағышланыҡ. Эфир барышында шулай уҡ авторҙың яңы китабынан шиғырҙар яңғыраны, шулай уҡ һоҡланғыс тауышы менән Анна Герман репертуарынан булған йырын йырлап ишеттерҙе. Был йырлы күстәнәс күптәр өсөн көтөлмәгән һәм шатлыҡлы бүләк булғандыр. Йондоҙнамә буйынса Аждаһа йылы — Тәнзилә Сәлих ҡыҙы тыуған йыл. Быйылғы йыл күренекле шағирә һәм уның ғаиләһе өсөн тағы ла бик бәхетле ваҡиға менән тамамлана; әҙибә тәүгә өләсәй булыу шатлығын кисерә. Тапшырыуҙа беҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән шулай ук Башҡортостан яҙыусылар Союзы ойошторған ижади осрашыуҙар, Союздың йыллыҡ эш һөҙөмтәләре, киләһе йылға план-ниәттәре тураһында ла әңгәмәләштек.