Ҡайһы заманда ла сәсән халыҡ аҡылын һаҡлаусы, халыҡ фекерен белдереүсе, йәш быуындарҙы тәрбиәләүсе булған. Әлеге ҡатмарлы мәлдә лә халыҡ, рухи таяныс эҙләп, шағиргә күҙ терәй, унан кәңәш көтә. Лариса Абдуллинаның шиғриәтендә бөгөнгө көндә күптәр үҙҙәренә таяныс, рух ныҡлығы, йәшәү мәғәнәһен таба.
Шағирә менән ул етәкләгән "Аҡбуҙат" балалар журналы, Украинаға китеүсе милләттәштәребеҙгә арналған шиғырҙары һәм башҡа темаларға 4-се октябрҙә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы һәм "Башҡортостан 24" телеканалында эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында әңгәмәләшәбеҙ.