Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 12.01.2023 Ир-егеттең йәшен һанамайҙар, ә атҡарған эшен һынайҙар

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 12.01.2023 Ир-егеттең йәшен һанамайҙар, ә атҡарған эшен һынайҙар

Йыр юлдарынан алынған был юлдарҙың кемгә төбөлгәнен күптәр белеп тә бөтмәй шикелле. Сираттағы эфирыбыҙ Ил Ағаһы, көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барған Мортаза Рәхимов хаҡында булды. Әле әйткән легендар йыр юлдарының авторы Гөлнара Хәлфетдинова, көйөн Наил Шәймәрҙәнов яҙған. Ул шәхсән Мортаза Рәхимовҡа арналған.

Хәтирәләре менән яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов (фотола уңдан беренсе),1990 йылдарҙа Башҡортостан Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары,артабанғы бер нисә йылда Башҡортостандың дәүләт секретары Мансур Әйүпов (телефон аша) һәм иҡтисадсы, Өфө фән технологиялар университеты доценты Илдар Ғәбитов (һулдан беренсе) бүлеште.

Эфирҙы Айгөл Хисамова менән Ришат Миндияров алып барҙы. Тауыш режиссеры Гөлнәфис Хөсәйенова.