Йыр-моң яратҡандарҙың күңеленә ҡара йәбешмәй, тиҙәр. Моңланып йәшәгәндең йөрәге һәр ваҡыт йырлай, тип тә өҫтәргә була. Илебеҙ тарихында, уның иң ауыр ваҡыттарында ла кешене дәртләндергән һәм йәшәткән – ул йыр. Рухи аҙыҡ һәр кем өсөн мөһим. Илебеҙҙе данлаған йырҙар, еңеүгә этәргән йырҙар, әсәһенә, тыуған еренә һағыныуҙы баҫҡан йырҙар... Шуға күрә лә фронттарҙа ла һалдаттар күңелдәренә ял табып, моңға туы һағышлы йырҙар һуҙғандар, ә инде концерттары менән артистар килһәләр, ҙур бер байрам булғандыр үҙҙәренә. Шул маҡсаттан ойошторолған да Башҡортостан тәҡдим иткән, Донецк ҡалаһында үткән 6-сы республика асыҡ студенттар конкурсы. Республиканың халыҡ артисы Зөлфирә Фәрхетдинова етәкселеге аҫтында уҙған республика студенттар бәйгеһен Донецкиҙа бик йылы ҡабул итеп, юғары баһалағандар. Еңеүсе ҡыҙҙар – Ынйыгөл Ғәббәсова менән Влада Егорова һәм әлбиттә, уларҙың етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены Кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡанҙанған сәнғәт эшмәкәре, күренекле опера һәм эстрада йырсыһы Зөлфирә Фәрхетдинова менән әңгәмә "Өфө уттары" тапшырыуында 26 ғинуар, 20 сәғәт 10 минутта үтте.
Өфө уттары - 26.01.2023 Моңло күңел – дәртле күңел
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.