Матурлыҡтың, таланттың ысын сере берәй ҡасан асылырмы? Юҡтыр, моғайын. Тәбиғәттән бирелгән һәләт мәңге һоҡландырасаҡ.
"Мин – бәхетле кеше. Ғүмер юлымда тик изге һәм яҡты күңелле кешеләр осраны. Барыһына ла рәхмәтлемен" - ти ул.
Башҡортостандың халыҡ артискаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөлфирә Фәрхетдинова исемле гүзәл сәскә, опера, эстрада һәм халыҡ йырҙары һандуғасы наҙлы тауышы менән артабан беҙҙе шулай һайрар ҡоштай иркәләп торһон!
Күренекле артистканың юбилейы айҡанлы ойошторолған "Өфө уттары" тапшырыуының 14 март сығарылышы уның тормошона һәм ижадына арналды