Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 10.11.23 Стәрлетамаҡтар Өфөнө гөрләтә!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 10.11.23 Стәрлетамаҡтар Өфөнө  гөрләтә!

Сәнғәт – ул айырым мөғжизәле донъя. Ошо сихри даръяға сәйәхәткә беҙҙе саҡырып тороусы ғәжәйеп талантлы кешеләр – актерҙар, режиссерҙар, балетмейстерҙар, бейеүселәр, йырсылар оло-ара хеҙмәт башҡара. Матур һәм сағыу, күңелле һәм еңел барған тамашаның шаршауы артында – ҙур эш, тир түгеү, репетициялар, гастролдәр, йоҡоһоҙ төндәр. Әммә барыбер – бәхет! Үҙ эшенең оҫталары – Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ драма театры артистары менән беҙ "Өфө уттары"ның 10-сы ноябрь сығарылышында осраштыҡ.

Уларҙың баш ҡалабыҙ Өфөлә 14-се, 15-се ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә барасаҡ спектаклдәре, театр яңылыҡтары, ижади асыштар тураһында һөйләштек.

Беҙҙә ҡунаҡта театрҙың художество етәксеһе, республикабыҙҙың халыҡ артисы Илһам Рәхимов һәм актер Фәнил Ҡарасурин булды.