Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 05.03.2024 Стәрлетамаҡта театр премьераһы көтөлә!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 05.03.2024 Стәрлетамаҡта театр премьераһы көтөлә!

Йылдың сираттағы миҙгеле менән театр донъяһында ла яңы асыштар булып тора. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры яҙҙы премьера менән ҡаршылай.

Туфан Миңнуллиндың "Диләфрүзгә дүрт кейәү" пъесаһы буйынса ҡуйылған спектакльдең режиссеры — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов. Репертуарҙағы яңы ижад емеше өҫтөндә эш, шулай уҡ Өфөлә үтәсәк республика театраль декадаһына әҙерлек, буласаҡ гастролдәр тураһында "Өфө уттары" тапшырыуының 5-се март сығарылышында театр актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфир Баймырҙин, йәш актриса Лилиә Ахунова һәм актер Фәнил Ҡарасурин менән әңгәмәләштек.