Тиҙҙән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Халыҡтар Дуҫлығы Ордены кавалеры, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Рауил Шаммастың иҫтәлегенә арналған «Шаммас уҡыуҙары» беренсе төбәк-ара форумына Стәрлебаш ерендә йомғаҡ яһаласаҡ.
Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙа уҡыусыларына яҡты, нурлы ижади мираҫ ҡалдырған шағир Рауил Сәхиулла улы Шаммасов тураһында һөйләшәбеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы — әҙиптең улы, шағир, журналист, филология фәндәре кандидаты Алмас Шаммасов.