"Өфө уттары" тапшырыуының 6-сы ноябрҙәге сығарылышы Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, тәржемәсе һәм журналист, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты Рауил Шаммастың ижадына арналды. Әҙиптең тормошо, ижади мираҫы, донъяға ҡарашы тураһында улы Алмас Шаммасов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.







