Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 14.01.2025 Факиһа Туғыҙбаеваның нурлы ижад мираҫы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 14.01.2025 Факиһа Туғыҙбаеваның нурлы ижад мираҫы
Еребеҙ, шөкөр, таланттарға бай. Һәр төйәк үҙ урынын билдәле иткән, ҡаҙаныштары, уңыштары менән дан алған ҡыҙҙары, улдары менән маҡтана ала. Тап шундайҙар менән тыуған еребеҙ матур, гүзәл, атаҡлы һәм уларҙы онотмау — беҙҙең бурыс.
Республикабыҙҙың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы, журналист, әҙибә Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева 1-се ғинуарҙа үҙенең 75 йәшен билдәләр ине. Билдәле шәхес арабыҙҙа юҡ, әммә уның эше, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте, ижады йәшәй.
Үткән йыл уның исемендәге яҙыусылар премияһы булдырылыуы, архив һәм һирәк, баҫылмай ҡалған материалдарҙан иҫтәлек китабын нәшергә әҙерләүе, тиҙҙән үтәсәк түңәрәк өҫтәл ойошторолоуы тураһында беҙ "Өфө уттары" тапшырыуында, 14-се ғинуарҙа һөйләштек.
Студия ҡунағы - Факиһа Туғызбаеваның ҡыҙы — балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, дәүләт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфиә Күскилдина.