Бөйөк шәхестәребеҙ, башҡорттоң атаҡлы улдары, ҡыҙҙары йылдан-йыл, араларҙы һирәгәйтеп, беҙҙе ҡалдырып бара. Әммә хеҙмәттәре ҡала. Беҙҙең өсөн, киләсәк быуынға. "Кеше ғүмере, әйтерһең, бер секунд ҡына", — тигән һүҙ бар. Шулай... Бар шундай шәхестәр – күҙ йомғансы үткән ғүмерҙе улар йондоҙ кеүек сағыу, ялҡынлы, шаңдау итеп үткәрә. Ғүмер юлын үтһә лә, ауазы тороп ҡала, әллә күпме йылдарға етә һәм һаман ишетелә килә.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте әҙәбиәт һөйөүселәрҙе һөйөндөрә! Халыҡ шағиры, билдәле яҙыусы, журналист Факиһа Туғыҙбаеваның көндәлек тормошон, ижадын, хеҙмәтен таусирлаған; фотоальбом, иҫтәлектәр, көндәлектәрҙән өҙөктәр, ҡәләмдәштәренең оло шәхескә ҡарата мәҡәләләренән йыйылған китап әле оҙаҡ йылдар күңелдәрҙе йылытыр, күҙҙәрҙе иркәләр, тигән өмөттәбеҙ. "Факиһа Туғыҙбаева. Тормош һәм ижад" китабының һәр бите берҙән-бер балаһының әсәһенә сикһеҙ һөйөүө, коллегаларының ихтирам тойғоһо менән һуғарылған.
24-се февраль кисендә беҙ "Өфө уттары" тапшырыуында Башҡортостандың бөйөк ҡыҙҙарының береһе – тәрән ижадсы, талант эйәһе, халыҡ шағиры Фаҡиһа Туғыҙбаеваны иҫкә алдыҡ, уның "Тормош һәм ижад" исемле фотолар һәм иҫтәлектәр китабын презентациялау алдынан түңәрәк өҫтәл ойошторҙоҡ. Студияға "Факиһа Туғыҙбаева. Тормош һәм ижад" исемле китабын "энәһенән ебенә тиклем" йыйып, ҡайҙа кәрәк – тергеҙеп, архив материалдар табып нәшергә әҙерләгән шағирәнең берҙән-бер ғәзиз ҡыҙы, шулай уҡ ижадсы, Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Күскилдинаны; изге, оло-ара һәм бихисап материалдарҙы эшкәртеүҙе, нәшергә әҙерләүҙе талап иткән хеҙмәттә юғары профессиональ ярҙам күрһәтеүсе, проект төҙөүселәренең береһе – мөхәррир Айгөл Абдулвәлиеваны һәм халыҡ шағирәһенең хеҙмәттәше, оҙаҡ йылдар уның менән бергә эшләп, бер ғүмер юлында ижад иткән, бер тын алышы менән йәшәп аралашҡан күренекле шағирә, педагог, публицист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаны саҡырҙыҡ.







