Быйылғы Башҡортостаныбыҙҙа "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы" тип иғлан ителде. Республикабыҙҙың волонтерҙары, ололар, балалар һәм барлыҡ битараф булмағандар был мөһим һәм изге эшкә ихлас ҡушылдылар. Һәм бик күп волонтер ойошмалары барлыҡа килде.
Махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәгән яугир егеттәргә ярҙам итеү маҡсаты менән барлыҡҡа килгән "Үҙебеҙҙекеләр өсөн" тип волотерҙар ойошмаһының вәкилдәре бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Гөлфиә Хәтмуллина һәм Гөлсинә Мөхәмәтйәнова.