Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 07.04.2025 Милли музейҙа Бөйөк Еңеүгә арналған күргәҙмә эшләйәсәк

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 07.04.2025 Милли музейҙа Бөйөк Еңеүгә арналған күргәҙмә эшләйәсәк
Башкортостан Республикаһының Милли музейы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына "Ҡаһарманлыҡ. Хәтер. Дөрөҫлөк" тип аталған күргәҙмә әҙерләй.
"Әлеге стационар күргәҙмә аша беҙ Бөйөк Ватан һуғышының төп этаптарын, Башҡортостандан сыҡҡан һуғыш геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәренең ошо еңеүгә индергән ҙур өлөшөн музейҙа һаҡланған үҙенсәлекле экспонаттар аша художестволы күрһәтергә теләйбеҙ",- тине "Өфө уттары" тапшырыуы ҡунағы,Милли музейҙың филиалдар һәм йәмәғәт музейҙары менән ойоштороу-методик етәкселек итеү бүлеге мөдире Зилара Хәмитова