Халҡыбыҙҙың төп хазинаһы – беҙҙең тарих. Борон-борондан алтындай, бөртөкләп йыйылған ҡомартҡылар, бөгөнгәсә һаҡланып килгән йырҙарыбыҙ-көйҙәребеҙ, йола-традицияларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, халҡыбыҙ кәсептәре, аш-һыу өлгөләре. Әгәр ҙә туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ йәшәһен тиһәк, барыбыҙҙың бурысы – уларҙы һаҡлау. Ошондай изге һәм оло-ара хеҙмәт башҡарған Башҡортостандың Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәренең береһе – Зөбәржәт Утарбаева.
9-сы сентябрь эфирында уның менән студияла башҡорттоң әүәлдән килгән ижадын, уйындарын, милли кәсептәрен, аш бешереү тәртибен һәм әлбиттә, йолаларын нисек киләсәк быуындар өсөн һаҡлап алып еткереү генә түгел, рәсми рәүештә тикшереү һәм теркәү тураһында ла һөйләштек. Шулай уҡ республикала йәшәгән башҡа милләттәрҙең дә традицияларын, ижад өлгөләрен, тел үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙәре хаҡында ла һүҙ алып барҙыҡ. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Алып барыусылар – Айгөл Хисамова һәм Булат Сарбаев.







