Беҙ һәр нәмәне – шатлыҡ булһынмы ул, хәсрәт-борсоумы һәр береһен йөрәк аша үткәрәбеҙ. Әлеге ығы-зығылы заманда йөрәк-ҡан системалары ауырыуҙарының йәшәреүе лә борсоуға һала. Шулай уҡ, дөрөҫ туҡланыуҙы инҡар итеү, физик әүҙемлеккә иғтибар етешмәүе лә йөрәк-ҡан системаһына кире йоғонто яһай. Сирҙәрҙе киҫәтеү тураһында "Өфө уттары" тапшырыуында Республика кардиология үҙәге табибы Байрас Мансур улы Нәҙршин менән әңгәмә булды.
Әйткәндәй, Республика кардиология үҙәге һәм Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 18 – 22 май көндәрендә традицион «Халыҡ һаулығы көндәре – 2026» акцияһын үткәрә. Сара сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн төрлө саралар уҙғарыла. Был көндәрҙә республиканың бөтә ҡала һәм райондарындағы амбулатор-поликлиника бүлексәләрендә, Һаулыҡ үҙәктәрендә Асыҡ ишектәр көндәре ойошторола.
Йома, 22 майҙа, көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем Өфөнөң «Арт-квадрат» майҙанында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам була. Унда килеүселәргә үҙ һаулығын тикшертеү, табиптарҙан кәңәштәр алыу, спорт сараларында әүҙем ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.







