Европала йәшәүсе башҡорттар өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә. Испанияның Барселона һәм башҡа ҡалаларында төпләнгән ватандаштарыбыҙ әлегә 2 мең ярым евро аҡса йыйып, иғәнәгә төрлө кәрәк-яраҡ һатып ала, уларҙы мобилизация пункттарына тапшыра. Ошо турала Испания башҡорттары берлеге ағзаһы Гөлгөнә Ғәйнуллина 6 октябрҙә, “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында сыҡҡан “Башкортостан 24” вышел “Өфө ваҡыты” тапшырыуында белдерҙе. Тапшырыуҙа шулай уҡ драматург, сценарист Зөһрә Бураҡаева ҡатнашты. Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөнгө шарттарҙа халыҡты берләштергә төп идея – илһөйәрлек. Ошо юҫыҡтағы тәрбиә бала саҡтан башланырға тейеш. Әгәр ҙә кемдер мобилизациянан ҡасып сит илгә, башҡа дәүләттәргә күсә икән, был уларҙың шәхсән хоҡуғы. Тик һуңынан ошо граждандарға ҡылыҡтары өсөн оят һәм ғәрлек буласаҡ, тип белдерҙе З. Бураҡаева.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.