“Башҡортостан 24” каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында режиссер Фәнис Кәримовтың “53-се” фильмы күрһәтелде. Башҡортса триллер мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уларҙың исемдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. 4 йыл дауамында төшөрөлгән таҫма документаль факттарға ҡоролған. Режиссер фильмда һүҙҙең кем тураһында барыуын сер итеп һаҡлау яғында. Тамашасылар ҙа фильмды ыңғай ҡабул итте. Әйткәндәй, Фәнис Кәримов “53-се” тигән ижади проектын киң экрандарға сығарыу мөмкинлеген барлай.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.