"Өфө ваҡыты" 20 декабрь: Һүҙ милли китап нәшер итеү тураһында барҙы

Тема - "Өфөнөң “Башҡорт китабы йорто” булырға тейеш".
  • "Өфө ваҡыты" 20 декабрь: Һүҙ милли китап нәшер итеү тураһында барҙы

“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында һүҙ баш ҡалала башҡорт китаптарын һатыу, милли әҙәбиәтте үҫтереү тураһында етди һөйләшеү булды.

З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева әйтеүенсә, бөгөн тәү маҡсат – милли әҙәбитте нәшер итеү, таратыуҙа яңы юлдар табыу. Бынан тыш, Өфөнөң 450 йылығына арнап, нәшриәт махсус тупланмалар әҙерләй. Яҡын арала башҡорт телендәге открыткалар ташҡа баҫыла. Улар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын тасуир итәсәк.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.