“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышында "Башкортостан 24" вышел баш ҡала, республиканың яңы йылға әҙерлеге тураһында һөйләшеү булды.
Яңы йыл каникулдары осоронда Өфөлә, башҡа ҡала-райондарында йөҙәрләгән мең бала ял итәсәк. Уҡыусылар именлеген тәьмин итеү — беренсе урында. Һәр муниципаль биләмә мәктәптәренең ошо йәһәттән программаһы бар. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр ял мәлендә ғилми проекттар менән шөғөлләнә аласаҡ, тине тапшырыу барышында Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығының әйҙәүсе белгесе Рәмзиә Биҡҡужина.
Ә бына Башҡортостан яңы йыл байрамдары осоронда ил туристары араһында иң популяр төбәктәрҙең береһе. “Мәҙәни Башҡортостан” интернет порталы мөхәррире Гөлназ Насырова ошо фекерҙә. Раштыуа каникулы мәлендә республикала тиҫтәләгән мең сара ҡаралған.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.