"Өфө ваҡыты" 7 сентябрь: Өфө агломерацияһы үҫеш юлында

"Башҡортостан 24" телевизион каналының кесаҙна сығарылышы баш ҡаланың архитектур йөҙө, уның үҫешенә арналды.
  • "Өфө ваҡыты" 7 сентябрь: Өфө агломерацияһы үҫеш юлында

"Башҡортостан 24" телевизион каналының кесаҙна сығарылышы баш ҡаланың архитектур йөҙө, уның үҫешенә арналды. Тапшырыу ҡунағы, Рәсәйҙең маҡтаулы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитеторы Динар Хәлитов әйтеүенсә, бөгөн баш ҡала өсөн яңы обьектар һәм инфраструктур үҙгәрештәр талап ителә. Тәү сиратта, Өфө янында кәм тигәндә 5 урында күпер төҙөү кәрәк. Баш ҡаланың "көньяҡ ҡапҡаһын" киңәйтеү отошло була. Ағиҙел аръяғы микрорайонын сафтҡа тапшырыу үҙәкте автомобиль тығынынан бушатыуҙа ярҙам.

"Батыр һыуһар" юлға сыға.

Ә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын быйыл декабрҙә йәш тамашасыларын ҡабул итә. Мәҙәниәт усағында бөгөн төҙөкләндереүҙең иң ҡыҙған мәле. Ижади труппа ваҡытлыса башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһаһа ла, репертуар өҫтөндә эш туҡтамай. Артистар Вадим Ғәбиҙуллин һәм Рәйлә Ғиззәтуллина әйтеүенсә, ҡурсаҡ театры артистары баш ҡаланың 450 йыллығына арнап «Батыр һыуһар» әкиәтен дә әҙерләй.

"Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.