“Өфө ваҡыты” 21 сентябрь: Өфөнөң 450 йыллығына 450 экспонат

Өфөнөң 450 йыллығына 450 экспонат.
  • “Өфө ваҡыты” 21 сентябрь: Өфөнөң 450 йыллығына 450 экспонат

Баш ҡала тарихына арналған музей Өфө халҡы ғына түгел, килгән ҡунаҡтар араһында ла популяр. Меңдәрсә экспонатты берләштергән экспозиция Өфөнөң ярты мең йыллыҡ тарихына дәлил. Ошо турала баш ҡала тарихы музейы директоры Тимур Ильсов белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн мәҙәниәт усағында яңы проекттар бойомға ашырыла. Уларҙың береһе – интерактив ҡоорлмалар. Шуныһы ҡыҙыҡлы, музейға балалар ғына түгел, ә өлкәндәр йыш килә. Уларҙы совет осорондағы йыһаздар, көнкүреш әйберҙәре ҡыҙыҡһындыра. Ә Өфөнөң 450 йыллығына арнап, музейҙа 450 экспонаттан торған яңы күргәҙмә асыла.
Өфөлә урынлашҡан республика һуҡырҙар китапханаһына бағыусылар ярҙамы кәрәк.

Башҡортостанда ошондай йүнәлешле китапхананың өс ҡалала үҙ бүлектәре бар. Өфөлә, мәҫәлән, насар күреүсе уҡыусылар көнөнә йөҙҙәрсә баҫма ала. Нәфис әҙәбиәтте ташыу өсөн китапхана айырым машина бүлгән. Директор Айгөл Әминова әйтеүенсә, әле урында һуҡыр балалар өсөн “йомшаҡ китаптар” тегәләр.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.