“Өфө ваҡыты” 21 декабрь: Кәрим Хәкимов тураһында һөйләшеү

Кәрим Хәкимов - Сәғүди Ғәрәбстан һәм Рәсәй араһындағы күпер.
  • “Өфө ваҡыты” 21 декабрь: Кәрим Хәкимов тураһында һөйләшеү

Ошо турала “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин белдерҙе. Мөфтөй һүҙҙәренә ҡарағанда, Эр Рияд ҡалаһында уҙған “Кәримов клубының” эксперт майҙанын ойоштороу Совет Рәсәйенең ғәрәп илендәге тәүге илсеһенә хөрмәт билдәһе.
Ғөмүмән алғанда, Рәсәй менән Сәғүди Ғәрәбстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһындағы сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни, мәғрифәти бәйләнеш бөгөн иң юғары кимәлдә. Президент Владимир Путиндың был дәүләттәргә сәфәре ошоно раҫлай.
Мөфтөй Айнур Бирғәлин менән әңгәмәлә хеҙмәттәшлектең яңы юлы – дини белем алыу тураһында һүҙ барҙы. Әгәр уртаҡ программаларға нигеҙ һалынһа, Башҡортостан мәҙрәсәләрендә белем алған шәкерттәр Эр Рияд университеттарында шөғөлләнә аласаҡ.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.