“Өфө ваҡыты” 18 март: Башҡортостан халҡының сәйәси әүҙемлеге

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
  • “Өфө ваҡыты” 18 март: Башҡортостан халҡының сәйәси әүҙемлеге

“Өфө ваҡыты” тапшырыуының дүшәмбеләге, башҡорт телендәге сығарылышы Рәсәй өсөн йылдың төп сәйәси ваҡиғаларының береһе – ил Президентын һайлауҙарға арналды. Һөҙөмтәләр буйынса, электораттың иң күп тауышын дәүләттең әлеге башлығы Владимир Путин йыйҙы. 15-се марттан 17-се мартҡа тиклем булған кампания Рәсәй халҡының ниндәй сәйәси йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүе тураһында ла һөйләй. Ошо турала “Өфө ваҡыты” тапшырыуы ҡунағы, сәйәсәт өлкәһе белгесе Рәис Тайбугин белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Президент һайлауҙары сентябргә тәғәйенләнгән губернаторҙар корпусын һайлауҙарға өлгө булып тора. Эксперт фекеренсә, субьект башлыҡтары булырға теләгән кандидаттар һайлаусыларҙың кәм тигәндә лә 80 процент тауышын йыйырға тырышасаҡ.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.