Өфө ваҡыты - 10.03.2026 - Баҡсасы мәшәҡәттәре

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.
  • Өфө ваҡыты - 10.03.2026 - Баҡсасы мәшәҡәттәре

2022 йылдан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә әүҙем дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Ошо ваҡыт эсендә коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүгә республика бюджетынан 14 йүнәлеш буйынса 760 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был 660 ширҡәткә инфраструктураны яҡшыртырға мөмкинлек булды тигән һүҙ.
Башҡала баҡсасылары яңы миҙгелгә нисек әҙерләнә? Ниндәй мәшәҡәттәр менән йәшәй? “Башҡортостан 24” каналының“Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышында ошо хаҡта һөйләштек.
Ҡунаҡта “Самишки” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе Илсур Сәфиуллин һәм “Йәйғор” баҡсасылыҡ ширҡәтенең әүҙем ағзаһы Альбина Максимова булды.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.