“Өфө ваҡыты”: матбуғат йортоноң йөҙө һаҡланасаҡ

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
  • “Өфө ваҡыты”: матбуғат йортоноң йөҙө һаҡланасаҡ

Өфөнөң төп билдәләренең береһе – Матбуғат йортон тулыһынса реконструкциялау 2025-се йылда башлана. Бинаны капиталь ремонтлауға теүәл 1 йыл ваҡыт кәрәк. Ошо турала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң республика мәғлүмәт үҙәге филиалы етәксеһе Айнур Дәүләтбәков “Өфө ваҡыты” тапшырыуында белдерҙе. Төҙөкләндереү барышында йыл йортта урынлашҡан 24 гәзит-журналдар хәбәрселәре дистанцион форматҡа күсерелә. Ремонт эштәренән һуң бинаның майҙаны артыуы ихтимал. Проектта техник ҡатты файҙаланыуға индереү тураһында ла һүҙ бара. Бынан тыш, нәшриәттең полиграфия бүлеген ҡаланан ситкә күсереү мөмкинлеге лә өйрәнелә.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуында баш ҡаланың йәш ғалимдарының яңы проекттары тураһында һүҙ барҙы. Өфө Фән һәм Технологиялар Универстеты уҡытыусыһы Ильнар Байбулов, мәҫәлән, башҡорт халыҡ бейеүҙәре тарихын тикшереп, кандидатлыҡ диссертацияһын да яҡланы.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.