Эфирҙың икенсе өлөшөндә Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы булды.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Будапешт ҡалаһында уҙған 11-се Халыҡ-ара МИТЕМ фестивалендә сығыш яһауҙары хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Радио көнө һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрының Будапештҡа сәйәхәте
"Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында Радио көнө билдәләнде. Ҡунаҡҡа Рәссәй Башҡортостан радиоһының алып барыусыһы, журналист Айгөл Хисамова килде. Айгөл был профессияға килеү тарихын һөйләне, радио үҫешһен өсөн ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген дә әйтеп үтте, остазы Ришат Миндияровты ла йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. "Ғүмер буйы интервьюлар алып, үҙем тәү тапҡыр интервью бирәм" - тине Айгөл.