“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы Ҡорбан ғәйетенә арналды. Мосолмандар өсөн иң ҙур байрамдарҙың береһе быйыл 16 июндә билдәләнә. Республика мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, ғәйет намаҙы баш ҡала һәм уның янындағы 23 мәсеттә уҡыла. Ҡорбан ғәйетенә әҙерлек сиктәрендә айырым саралар күрелә. Мәҫәлән, салынасаҡ малдар өсөн махсус урындар билдәләнгән. Ҡорбанға килтерегән һарыҡтар иһә ветеринар тикшереү үтә. Башҡортостан мосолмандары ҡорбан итен быҡтырып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ебәрә. Мөфтөй Айнур Бирғәлин менән әңгәмәлә Әр-Рәхим мәсетен ҡайтанан төҙөүгә бәйле мәсьәлә тикшерелде. Иман йортоноң манараларын йөҙләү өсөн Грециянан мәрмәр ҙә ҡайтарыла.
"Өфө ваҡыты" 13 һөтай: Ҡорбан ғәйете
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.