Өфөгә крематорий кәрәк

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
  • Өфөгә крематорий кәрәк

“Башҡортостан 24” муниципаль каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында һуңғы осорҙа халыҡ араһында ҙур ығы-зығы тыуҙырған мәсьәләләрҙең береһе ҡаралды. Республиканың адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 2026-сы йылда баш ҡалала крематорий файҙаланыуға тапшырылыуы ихтимал. 309 миллион һумға баһаланған проект Орджоникидзе районында ҡараған Яңы Александровка ауылы биләмәһендә бойомға ашырыла. Крематорий төҙөү алдынан халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарылған. Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова әйтеүенсә, Өфөгә крематорий ныҡ кәрәк. Сөнки, баш ҡалала яңы зыяраттар өсөн йыл һайын 6 гектар майҙан бүленә. Ә миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала ҡәберлектәр өсөн урын кәмегәндән кәмей. Шул ук ваҡытта, Рәсәйҙең башҡа ҙур мегаполистарында бөгөн 20-гә яҡын ошондай махсус комплекс бар.


“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.