Һаумы, Өфө!

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Гүзәл Уразова һәм Башҡортостан, Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы Илдар Хәкимовтың Өфөлә концерттары башлана.
  • Һаумы, Өфө!

Был юлы тамашалар теүәл 10 көн дауамында баш ҡаланың "Йәштәр һарайында" уҙа. Гастролдәр алдынан сәхнә йондоҙҙары “Башҡортостан 24” телевизион каналы тамашасылары менән тура эфирҙа осрашты. Гүзәл Уразова әйтеүенсә, үҙенең 450 йыллығын билдәләгән Өфө танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ҡалҡып сыҡҡан яңы йорттар, төҙөк аллеялар менән парктар, миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфөнөң төп матурлығы. Башҡортостандың баш ҡалаһы һәр ваҡытта үҙенең таҙалығы менән айырылып тора. Гүзәл Уразова быйылғы концерттарҙа “Өфө йүкәләре” йырын башҡарасағы тураһында белдерҙе.
Илдар Хәкимов һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө тамашасыһы һәр саҡта тәрбиәһе, артистарға ҡарата хөрмәте менән ихтирам уята. Ә концерттарға килгәндә, тамашаларға әҙерлек иң юғары кимәлдә барған.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.