Өфө ваҡыты - Өфөнөң театр миҙгеле

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы театраль миҙгелгә арналды
  • Өфө ваҡыты - Өфөнөң театр миҙгеле

Баш ҡаланың төп театраль труппалары үҙ тамашасыларын яңы премьералар менән ҡыуандырыуҙан тыш, халыҡ-ара фестивалдәргә саҡыра. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында, мәҫәлән, сентябрь аҙағынан “Ҡурсаҡ фест” старт ала. Үҙенсәлекле сараға әҙерлек аҙағына яҡынлаша. Театр директоры Альберт Имаметдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурс программаһына тиҫтәнән ашыу коллектив сығышы индерелгән. Бынан тыш, театрҙа беренсе тапҡыр тефлокомментарийҙар эшләйәсәк. Махсус ҡулайлама насар күреүсе балаларға сәхнәләге тамашалар менән танышыу мөмкинлеген бирә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры иһә быйылғы тәүге премьера исемен атаны. Бөгөн режиссер Айрат Әбүшахманов “Ай тотолған төндә” трагедияһының яңы варианты өҫтөндә эшләй. Спектаклдәге төп ролдәрҙең береһе – Тәңкәбикәне Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева башҡара.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.