"Өфө ваҡыты" - Хатаһыҙ Өфө

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы Рәсәйҙә ҡабул ителгән яңы закон һәм уның үтәлешенә арналды
  • "Өфө ваҡыты" - Хатаһыҙ Өфө

Был документҡа ярашлы, хәҙер төрлө кибеттәр, күңел асыу урындары исеме, рус телендә булырға тейеш. Өфөлә был йүнәлеште етди эш алып барыла, ти ҡала хакимиәтенең терминология хеҙмәте комиссияһының яуаплы сәркәтибе Рәмзиә Биҡҡужина. Шул уҡ ваҡытта, алтаҡталарҙағы башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына иғтибар кәмемәй. Хаталарҙың күбеһе дәүләт учреждениеларында табылған.

Өфө ҡала хакимиәтенең терминология хеҙмәте комиссияһы ағзаһы, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйенова билдәләүенсә, эшсе төркөм әле махсус рейдтар уҙғара. Тикшереү барышында табылған етешһеҙлектәрҙе кибеттәр хужалары ыңғай ҡабул итә.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.